10 декабрь, Шәмбе

28 декабрь 2012 йыл, 11:38

Рима Баталова бала приютында тәрбиәләнеүселәрҙе Яңы йыл менән ҡотланы

автор: Әлим Фәйезов

Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова кисә үҙенең тыуған Шаран районының Мичуринск ауылында урынлашҡан балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютта булды. Был учреждениела Туймазы һәм Шаран райондарынан ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 25 бала тәрбиәләнә. Улар урындағы урта мәктәптә белем ала. Ябай граждандарҙың, предприятие, ойошма, учреждение вәкилдәренең приютҡа йыш килеп йөрөүе, балаларға төрлө сувенирҙар, уйынсыҡтар, уҡыу өсөн кәрәк-яраҡтар, кейем бүләк итеүе ҡыуаныслы хәл. Учреждение директоры Әлфиә Нафиҡова һүҙҙәренсә, граждандарҙың ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға битараф булмауы айырыуса ошо Яңы йыл байрамдарында һиҙелә. Ярҙам итергә теләүселәр Шаран һәм Туймазы райондарынын ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән, хатта Өфөнән дә килә.

Рима Аҡбирҙе ҡыҙы балалар менән аралашып, уларҙан бында нисек йәшәүҙәре, дәрестән һуң нимә менән шөғөлләнеүе, спорт менән дуҫ булыу-булмауы хаҡында ҡыҙыҡһынды. Ҡыҙҙар һәм малайҙар яттан шиғырҙар һөйләне, йыр йырланы, карнавал костюмдарын күрһәтте.

Рима Баталова һәр балаға Ҡыш Бабайҙан бүләк тапшырҙы. Приют хеҙмәткәрҙәре, унда тәрбиәләнеүселәр депутатҡа рәхмәт әйтте һәм эшендә уңыштар теләне, тип хәбәр итте Шаран районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Раил Мусин.