3 декабрь, Шәмбе

28 декабрь 2012 йыл, 11:06

Өфөлә 220 урынға иҫәпләнгән бала баҡсаһы асылды

автор: Эльмира Сабирова

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә 220 урынға иҫәпләнгән бала баҡсаһы асылды.

69-сы бала баҡсаһы – «2008-2013 йылдарға Башҡортостан Республикаһында мәктәпкәсә белем биреү системаһын үҫтереү» республика маҡсатлы программаһын һәм 2010-2012 йылдарға иҫәпләнгән шундай уҡ ҡала маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә быйыл баш ҡалала төҙөлгән алтынсы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы.

Спорт һәм музыка залдарынан тыш, яңы бинала бассейн, медицина һәм процедуралар бүлмәләре бар. Бында шулай уҡ уҡытыусы-логопед, педагог-психолог бүлмәләре, һынлы сәнғәт студияһы, методика кабинеты, өҫтәмә белем биреү бүлмәһе йыһазландырылған.

Бала баҡсаһында 12 төркөм эшләйәсәк, уларҙың дүртәүһе – 2-3 йәштәрҙәге сабыйҙар, һигеҙе – 3-7 йәштәрҙәге балалар өсөн.

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы биләмәһендә 12 уйын майҙансығы, ике спорт майҙансығы урынлашҡан.