8 декабрь, Кесе йома

28 декабрь 2012 йыл, 10:21

Ләйлә Исмәғилева һәм Ғәзим Ильясов – Башҡортостандың халыҡ артистары

автор: Әлим Фәйезов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Указдары менән бер нисә мәҙәниәт хеҙмәткәренә республиканың почетлы исемдәре бирелде. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы исеме Күгәрсен районы Тәүәкән ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Ғәзим Ильясовҡа һәм композитор, профессор, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының композиция кафедраһы мөдире Ләйлә Исмәғилеваға бирелде.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исеменә түбәндәгеләр лайыҡ булды: Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Лилиә Биктимерова, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Гөлшат Ғайсина, Нефтекама дәүләт филармонияһы аккомпаниатор-концертмейстеры Марс Ишморатов, Мари Иле Республикаһының «М.Шкетан исемендәге Мари милли драма театры» дәүләт автономиялы мәҙәниәт учреждениеһы филиалы – Мари йәш тамашасы театрының «Станислав» студияһы етәксеһе Станислав Шакиров.

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» исеменә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының ҡуйыусы режиссеры Айрат Әбүшахманов, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының кафедра мөдире, профессор Рөстәм Шәйхетдинов лайыҡ булды.

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультеты деканы Тәлғәт Мөсәлимовҡа Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы исеме бирелде.

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә түбәндәгеләр лайыҡ булды: Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы Анатолий Богомолов, Стәрлетамаҡ дәүләт рус драма театры директоры Виктория Замесина, Силәбе өлкәһе Златоуст ҡалаһының «Һандуғас» халыҡ ансамбле етәксеһе Фәнит Ҡарасурин, Өфөләге «Нефтсе» мәҙәниәт һарайының өлкән администраторы Татьяна Сафронова, Әбйәлил районы мәҙәниәт йорто режиссеры Радмир Солтанбаев, Ишембай ҡалаһы Мәҙәниәт һарайының «Рябинушка» халыҡ вокаль ансамбле етәксеһе Татьяна Яровая.