5 декабрь, Дүшәмбе

28 декабрь 2012 йыл, 9:31

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты

автор: "Башинформ"

27 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә РФ Дәүләт Советының «Рәсәй Федерацияһы субъекттарының инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу һәм бизнесты үҫтереү өсөн уңыйлы шарттар булдырыу тураһында» ултырышында ҡатнашты, сараны Рәсәй Президенты Владимир Путин алып барҙы, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

РФ Дәүләт Советы ултырышы йомғаҡтарына комментарий биреп, Рөстәм Хәмитов былай тине: «Инвестициялар йәлеп итеү эшмәкәрлеге беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө булып тора. Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин телгә алған стандарттарҙы индереү буйынса Стратегик инициативалар агентлығы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Был бер йыллыҡ эш түгел, ул күп өлөштәрҙән тора. Һәм был юҫыҡта ярайһы уҡ яҡшы эшләйбеҙ. Был хаҡта Башҡортостан быйыл аласаҡ инвестициялар күләме лә һөйләй – үҫеш 20 проценттан ашыу тәшкил итә. Был яҡшы һөҙөмтә. Әммә шул уҡ ваҡытта барыһы ла шыма бара тип әйтә аллмайым – әлбиттә, проблемалар ҙа бар. Стратегик инициативалар агентлығы стандарты менән билдәләнгән 15 пункт араһынан беҙҙә туғыҙы үтәлгән. Ҡалғандары өҫтөндә 2013 йылда эшләйәсәкбеҙ».