Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөнөң «Булат» махсус тәғәйенләнештәге отрядына генерал Шайморатов исеме бирелде

Йәмғиәт

Өфөнөң Конгресс-холында Рәсәй Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең Волга буйы төбәк командованиеһының 29-сы «Булат» махсус тәғәйенләнештәге отрядына почетлы исем биреү тантанаһы үтте. Рәсәй Президенты Указы менән ҡаһарманлыҡ һәм ҡыйыулыҡ өсөн «Булат» отрядына генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исеме бирелде. Тантаналы сарала БР эске эштәр министры полиция генерал-майоры Михаил Закомалдин, Рәсәй Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең Волга буйы төбәк командованиеһы ғәскәрҙәре командующийының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса урынбаҫары, Рәсәй Геройы, генерал-майор Олег Козлов һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең Волга буйы төбәк командованиеһы ғәскәрҙәре командующийының шәхси состав менән эшләү буйынса урынбаҫары генерал-майор Владимир Игнатьев ҡатнашты. Сара башланыр алдынан ҡатнашыусылар һәм саҡырылған ҡунаҡтар генерал-майор Шайморатов бюсына сәскәләр һалды һәм Еңеү паркындағы Хәрби Дан музейында булды.

Махсус тәғәйенләнештәге отрядта хеҙмәт иткән 29 кеше – Батырлыҡ ордены, 10 кеше — «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, 6 кеше — «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы, 30 кеше Жуков һәм Суворов миҙалдары менән наградланған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть