11 декабрь, Йәкшәмбе

27 декабрь 2012 йыл, 16:07

Башҡорт медицина университеты яңы тыуған сабыйҙарҙы ҡарап үҫтереү өсөн ҡорамалдар һатып алыуға 20 миллион һум аҡса аласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡорт дәүләт медицина университеты федераль бюджеттан түбән һәм экстремаль түбән тән ауырлығы менән тыуған балаларҙы ҡарап үҫтереү өсөн медицина ҡорамалдары һатып алыуға 20 миллион һум күләмендә субсидия аласаҡ. Рәсәй Хөкүмәтенең 25 декабрҙәге тейешле ҡарары бөгөн, 27 декабрҙә, ведомство сайтында урынлаштырылды.

Бойороҡҡа ярашлы, 2013 йылда был маҡсаттарға субсидиялар 40 миллион һум тәшкил итәсәк. Улар Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ике юғары һөнәри белем биреү федераль дәүләт бюджет учреждениеһына бирелә. Улар – Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университеты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты.

Әлеге бойороҡто тормошҡа ашырыу түбән һәм экстремаль түбән тән ауырлығы менән тыуған балаларға ярҙам күрһәтеү кимәлен арттырырға, ауырыуҙар һанын һәм балалар үлемен кәметергә мөмкинлек бирәсәк.

темалар: субсидиялар