Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Йылайыр районында иң яҡшы Ҡыш Бабайҙарҙың презентацияһы үтте

Йәмғиәт

Йылайыр районы үҙәгендә яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамын билдәләүгә арналған ғәҙәти булмаған парад ойошторолдо. Сарала барлыҡ 13 ауыл биләмәһенән, муниципаль район ойошмалары һәм предприятиеларынан Ҡыш Бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар ҡатнашты.

Байрамда муниципаль район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡулллин да булды.

Йылайыр ауылының төп майҙанында йыйылған халыҡҡа Ҡыш Бабайҙар матур-матур костюмдарын ғына түгел, ә үҙ оҫталыҡтарын да күрһәтте. Уларҙың дәртле бейеүҙәре күңелле тамашаға әйләнде. Шулай уҡ бабайҙар иҫке йылды оҙатыу һәм яңыһын ҡаршылау йолаһын да күрһәтте, барыһына ла изгелек, именлек, татыулыҡ теләне.

Был матур, сағыу сара һәр кемдең күңеленә хуш килде, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть