Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика Президенты төбәктең Йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлегендәге үҙгәрештәргә бәйле законға ҡул ҡуйҙы

Сәйәсәт

Көн элгәре Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү хаҡында» БР законына ҡул ҡуйҙы. Проект БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һуңғы ултырышында ҡаралды һәм үткән аҙнала, 20 декабрҙә һуңғы уҡыуҙа ҡабул ителде. Закон федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәргә бәйле һәм Палатаның статусын күтәреүгә йүнәлтелгән.

Документтағы нормаларға ярашлы, граждандарҙың һәм йәмәғәт ойошмаларының хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен үтәүгә бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереүгә граждандар, йәмәғәт ойошмалары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре йәлеп ителәсәк. БР Йәмәғәт палатаһы Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы һәм субъекттарҙың, муниципаль берәмектәрҙең йәмәғәт палаталары менән бәйләнеш булдырырға тейеш.

Бынан тыш, Палата төбәктә гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү йүнәлешендә эшмәкәрлек алып барған йәмәғәт ойошмаларына мәғлүмәти һәм методик ярҙам күрһәтергә бурыслы.

Йәмәғәт палатаһы ағзалары БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырыштарында, шулай уҡ республика Хөкүмәте, башҡарма власть органдары коллегияларының ултырыштарында ҡатнашасаҡ.

Палата ҡарарҙары тәҡдим рәүешендә Башҡортостан Президентына, республиканың Дәүләт Йыйылышына, Башҡортостан Хөкүмәтенә, республика башҡарма власть органдарына һәм урындағы үҙидара органдарына йүнәлтеләсәк.

Йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлеген мәғлүмәти йәһәттән тәьмин итеү өсөн рәсми сайт булдырыу күҙ уңында тотола. Закон 2013 йылдың 1 ғинуарында үҙ көсөнә инәсәк.

Теги: ҡануниәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть