Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Президенты алданған өлөшсөләргә ярҙам иткән төҙөүселәргә ярҙам күрһәтеү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индереү хаҡында» БР законына ҡул ҡуйҙы. Закон алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтелгән. Атап әйткәндә, төҙәтмә «проблемалы» йорт буйынса үҙ өҫтөнә йөкләмәләр алған төҙөүселәргә йорт төҙөлөп бөткәндән һуң ер участкалары биреү тәртибен билдәләй.

БР Дәүләт Йыйылышы Комитеты рәйесе Франис Сәйфуллин билдәләүенсә, тәҡдим ителгән башланғыс алданған өлөшсөләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса үҙ өҫтөнә йөкләмәләр алған төҙөлөш ойошмаларына һөҙөмтәле ярҙам итеү сараһы була ала. Участкаларҙы бер тапҡыр бушлай биреү күҙ уңында тотола. Закондың төп положениелары баҫылып сыҡҡандан һуң ун көн үткәс, йәғни 2013 йылдың ғинуар башында үҙ көсөнә инә.

Теги: ҡануниәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть