3 декабрь, Шәмбе

27 декабрь 2012 йыл, 12:47

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм «Башҡортостан-Корея» йәмғиәте хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы

автор: Любовь Колоколова

Өфөлә Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән «Башҡортостан-Корея» дуҫлыҡ йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров һәм Дуҫлыҡ йәмғиәте президенты Ли Донг Вук ҡул ҡуйҙы.

Ике илдең эшҡыуарлыҡ структуралары араһында тығыҙыраҡ бәйләнештәр булдырыуға булышлыҡ итеү, хеҙмәттәшлек итеү практикаһында иҡтисади йәһәттән килешеп эш итеүҙең яңы формаларын ҡулланыу килешеүҙең төп маҡсаттары булып тора.

Яҡтар Башҡортостандың һәм Кореяның предприятиелары, ойошмалары, фирмалары һәм эшҡыуарҙарына булышлыҡ итеү өсөн хеҙмәттәшлекте үҫтерәсәк, ике яҡлы иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтерергә ҡамасаулаған факторҙарҙы бөтөрөүгә йүнәлтелгән берлектәге эшмәкәрлекте тикшереү өсөн даими консультациялар үткәрәсәк, тиела документ тексында.

Бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, шулай уҡ Рәсәй һәм Корея предприятиелары араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник бәйләнештәрҙе нығытыуға айырыуса иғтибар бүленәсәк. Бынан тыш, берлектә семинар, симпозиум, конференция, эшлекле осрашыу һәм күргәҙмәләр үткәреү планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән.

Ли Донг Вук һүҙҙәренсә, киләһе йылда Корея эшҡыуарҙары Өфөлә күргәҙмә ойошторорға теләй. Юрий Пустовгаров, үҙ сиратында, Кореянан хеҙмәттәштәрен Өфөлә 2013 йылдың майында үтәсәк III «Ҙур химия» халыҡ-ара форумына саҡырҙы.