9 декабрь, Йома

27 декабрь 2012 йыл, 11:35

Баш ҡалала полиция хеҙмәткәрҙәре һәләк булған хеҙмәттәштәренең балаларын Яңы йыл менән ҡотланы

автор: Ольга Мортазина

Өфөнөң Конгресс-холында полиция хеҙмәткәрҙәре һәләк булған хеҙмәттәштәренең балалары өсөн Яңы йыл байрамы ойошторҙо. Сарала 60-тан ашыу бала ҡатнашты. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы яҡынлашып килгән байрам менән республиканың эске эштәр министры Михаил Закомалдин ҡотланы һәм, министрлыҡ хеҙмәттәштәренең ғаиләләре хаҡында һәр саҡ хәстәрлек күрәсәк, тип билдәләне. Министр һәм БР буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы вәкилдәре балаларға иң изге хыялдарының тормошҡа ашыуын теләне. Әйткәндәй, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан дүрт бәләкәй делегат кисә Мәскәүҙә үткән Кремль шыршыһында ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.