11 декабрь, Йәкшәмбе

27 декабрь 2012 йыл, 11:07

Башҡортостанда Умартасылыҡты үҫтереү концепцияһы раҫланды

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда умартасылыҡты артабан үҫтереү өсөн республика Хөкүмәте 2020 йылға тиклем Умартасылыҡты үҫтереү концепцияһын раҫланы.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡабул ителгән концепцияға ярашлы, һәр муниципаль районда башҡорт тоҡомло бал ҡорттарын үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы булдырыу, тоҡомсолоҡ заводының, тоҡомсолоҡ репродукторҙарының һәм умарталыҡтарҙың матди-техник базаһын нығытыу, шулай уҡ умартасылыҡ инвентарын һәм ҡорамалдарын етештереү буйынса махсус предприятиелар ойоштороу һәм уларҙы артабан үҫтереү, республиканың дөйөм белем биреү учреждениеларында умартасылыҡ дәрестәрен индереү планлаштырыла.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағында шулай уҡ Умартасылыҡ буйынса координация советы ойошторолдо. Ул умартасылыҡ өлкәһендә ғилми-етештереү һәм белем биреү эшмәкәрлегенә контроллек итәсәк, консультацион ярҙам күрһәтәсәк, ауыл хужалығы һәм башҡа предприятиеларҙың, фермер хужалыҡтарының һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнгән граждандарҙың мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡ.

Координация советы составына Башҡортостан Республикаһының башҡарма власть органдары, ойошмалар, йәмәғәт берләшмәләре вәкилдәре, ғалимдар һәм белгестәр инде.