6 декабрь, Шишәмбе

27 декабрь 2012 йыл, 10:30

Өфөлә ҡаланың иң лайыҡлы кешеләре наградланды

автор: Әлим Фәйезов | фото: Өфө ҡала Советының матбуғат хеҙмәте

Өфө ҡала Советында республика баш ҡалаһының лайыҡлы кешеләрен тәбрикләү тантанаһы үтте. Табиптар, уҡытыусылар, ғалимдар, композиторҙар, полиция хеҙмәткәрҙәре, сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре ҡала башлығы, Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко ҡулынан наградалар алды. 19 кеше ҡаланың юғары наградаһы – ҡала округының Почет грамотаһына, йәнә 30 кеше ҡала Советының Почет грамотаһына лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән.

— Декабрь аҙағы байрам көтөү ваҡыты ғына түгел, ә йомғаҡ яһау осоро ла, — тине Евгений Семивеличенко, сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. – Беҙ ҙә бөгөн йомғаҡ яһап, үткән йылда айырыуса уңыштарға өлгәшкән кешеләрҙең хеҙмәтенә лайыҡлы баһа бирәбеҙ. Һеҙ төрлө өлкәләрҙә эшләйһегеҙ, әммә барығыҙ ҙа бер эш башҡара – ҡаланы үҫтереүгә ҙур өлөш индерәһегеҙ.

Бындай сараларҙы үткәреү матур йолаға әүерелде. Улар йылына бер нисә тапҡыр ойошторола. Өфө таланттарға бай ҡала һәм йылдан йылға хеҙмәттәре айырыуса баһаға лайыҡ булған кешеләр һаны кәмемәй.

Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, 42-се мәктәптең химия уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина ҡала Советы рәйесе ҡулынан ҡала округының Почет грамотаһын алып, Өфөлә уҡытыусыға һәйкәл ҡуйыу башланғысы менән сығыш яһаны. Балаларыбыҙҙың, ҡаланың, тотош илдең киләсәге уҡытыусыларҙың оло хеҙмәтенән тора, тип иҫәпләй ул.

Евгений Семивеличенко бындай тәҡдимде нигеҙле тип тапты.

Йәнә бер ҡыҙыҡлы башланғыс менән Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академиһының ғилми эш буйынса проректоры Сергей Егорышев сығыш яһаны. Уның һүҙҙәренсә, академияла Өфө ҡала Советы тарихына арналған китап өҫтөндә эш алып барыла. Баҫманы ике йылдан – ҡала Советының юбилейына сығарыу планлаштырыла.

Наградлау тантанаһы бергәләп фотоға төшөү һәм ҡала башлығының ҡотлау һүҙҙәре менән тамамланды:

— Үтеп барған йыл, минеңсә, ҡала халҡы өсөн ауыр булды, әммә дөйөм алғанда ул насар булманы, — тине Евгений Семивеличенко. – Яҡынлашып килгән йыл тағы ла яҡшыраҡ булһын, һеҙгә барлыҡ идеяларығыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн яңы көстәр алып килһен. Һәр берегеҙгә рух ныҡлығы, ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар юлдаш булһын.