5 декабрь, Дүшәмбе

27 декабрь 2012 йыл, 9:26

Баш ҡалала 2013 йылғы йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионатын асыу тантанаһы үтте

автор: Дмитрий Слезин

«Өфө-Арена»ла 2013 йылғы йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионатын асыу тантанаһы үтте. Форумда ҡатнашыусыларҙы чемпионат талисманы Тимка исемле айыу сәләмләне.

Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев, Рәсәй Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк, Халыҡ-ара хоккей федерацияһы Советы ағзаһы Франк Гонсалес, Рәсәйҙең спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры урынбаҫары Юрий Нагорных, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта ҡатнашты. Йәш хоккейсыларҙы сәләмләп, улар барыһына ла уңыштар теләне.