4 декабрь, Йәкшәмбе

26 декабрь 2012 йыл, 15:15

«Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына Илдар Һаҙыев яуап бирә

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

Шаршамбы, 26 декабрҙә, «Ижтимағи электрон гәзит» (www.i-gazeta.com) сайтында Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыевтың онлайн-конференцияһы бара. 15 сәғәттән алып 16-ға тиклем ул i-gazeta.com порталы уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирәсәк.

Ведомство башлығына мөрәжәғәт итеү өсөн «Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыевтың онлайн-конференцияһы» бүлегендәге тейешле форманы тултырырға кәрәк.

Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет биреләсәк.