4 декабрь, Йәкшәмбе

26 декабрь 2012 йыл, 14:50

Өфөлә Яңы йыл алдынан Башҡортостан журналистикаһы ветерандары осрашты

автор: Әлим Фәйезов

Яңы йыл алдынан Өфөнөң Матбуғат йортонда Башҡортостан журналистикаһы аҡһаҡалдары йыйылды. Улар ҡасандыр Журналистар союзы, Матбуғат министрлығы етәкселәре, гәзит-журналдарҙың баш мөхәррирҙәре булып эшләгән. Форумды асып, Башҡортостан журналистикаһы ветерандары берләшмәһе советы рәйесе, Рәсәй Журналистар союзының Федератив советы ағзаһы Марсель Сәлимов былай тине:

– Беҙҙең бөгөнгө ҡоролтай мөһим ваҡиға – Башҡортостан Журналистар союзына 55 йыл тулыу айҡанлы йыйылды. 1957 йылдың декабрендә республикала ойоштороу конференцияһы үткәрелде һәм СССР Журналистар союзының Башҡортостан бүлексәһе булдырылды.

Ул ваҡытта республиканың журналистар ойошмаһын «Совет Башҡортостаны» гәзите мөхәррире, күренекле башҡорт шағиры, ғалим Ғилемдар Рамазанов етәкләне. Артабан Союзға түбәндәге билдәле журналистар һәм яҙыусылар етәкселек итте: Абдулла Исмәғилев (1966–1969), Ремель Дашкин (1969–1976), Вилләр Дауытов (1976–1980), Тәлғәт Сәғитов (1980–1986), Динис Бүләков (1986–1990), Ризван Хажиев (1990–1996), Марсель Сәлимов (1996–2006), Фәрит Әхмәҙиев (2006–2010). Егерме йыл дауамында яуаплы секретарь вазифаһын башҡарған Давид Гальперин был ойошманы нығытыуға тос өлөш индерҙе.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар берләшмәнең сараларға бай тарихын иҫкә алды, шулай уҡ көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Аҡһаҡалдар фекеренсә, йәмәғәт ойошмаһының абруйын күтәреү зарур. Ветерандар Журналистар союзы эшмәкәрлеген яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр индерҙе һәм урындарҙа булдырылған ижади берләшмәләргә ярҙам итергә әҙер булыуҙары хаҡында әйтте. Улар тағы ла бер тапҡыр республикала Журналистар йортон булдырыу кәрәклген иҫкә төшөрҙө.

БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков ветерандарҙың барлыҡ тәҡдимдәрен иғтибар менән тыңлап, уларҙы йәмәғәт ойошмаһының алдағы йылға эш планына индерергә һүҙ бирҙе, тип хәбәр итте Башҡортостан журналистикаһы ветерандары берләшмәһенең яуаплы секретары Валентина Назарова.