10 декабрь, Шәмбе

26 декабрь 2012 йыл, 14:05

Стәрлетамаҡта атмосфера һауаһын тикшереү станцияһы ҡуйылды

автор: Людмила Терновая

Стәрлетамаҡта атмосфера һауаһын тикшереү буйынса яңы станция ҡуйылды. Тиҙҙән ул эшләй башлаясаҡ, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

— Был Стәрлетамаҡтағы икенсе станция, — тип аңлатты БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының территориаль идаралығы начальнигы Азат Хәйбуллин. – Ул «Сода» микрорайонында атмосфера һауаһын тикшерәсәк.

Стәрлетамаҡ атмосфера һауаһын контролләү системаһы объекттары урынлаштырыла башлаған республиканың берҙән-бер ҡалаһы булып тора. Тәүге станция ҡаланың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә атмосфера һауаһын контролләү маҡсатында 2009 йылда ҡуйылды. Стәрлетамаҡта йәмғеһе биш бындай станция урынлаштырыу планлаштырыла.