Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә йәнә өс ер аҫты үткәүеле төҙөлә башлаясаҡ

Иҡтисад

Алдағы йылдарҙа Өфөлә йәнә өс ер аҫты үткәүелен төҙөү планлаштырыла. Улар «Мир» фирмаһы», «Рәми Ғарипов исемендәге гимназия» һәм «Актерҙар йорто» туҡталыштары янында урынлашасаҡ. Был хаҡта ҡала властары журналистарға шишәмбе, 25 декабрҙә, ҡала хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында хәбәр итте.

Әлеге ваҡытта «Үҫмерҙәр китапханаһы» һәм «Дан бульвары» туҡталыштары янында ер аҫты үткәүелдәре төҙөлөшө әүҙем бара. Өфө хакимиәтенең төҙөлөш мәсьәләләре буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Асҡар Фәйзуллин хәбәр итеүенсә, бөгөнгө көнгә 40 миллион һум үҙләштерелгән. Төҙөлөш 2013 йылдың сентябрендә тамамланасаҡ.

2025 йылға республиканың баш ҡалаһында йәмғеһе 35 ер аҫты үткәүеле буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть