3 декабрь, Шәмбе

26 декабрь 2012 йыл, 13:01

Прокурорҙар республиканың юғары наградаларына лайыҡ булды

автор: Әлим Фәйезов

Башҡортостан Респубикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указдары менән бер нисә прокуратура хеҙмәткәре республиканың юғары наградаларына лайыҡ булды.

Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән Кушнаренко районы прокуроры Илһам Хәбибуллин наградланды.

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» исеменә Башҡортостан Республикаһы прокуроры Сергей Хуртин, Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының бүлек начальнигы Рәмил Ахунов, Бишбүләк районы прокуроры Александр Данилов, Өфө ҡалаһы Киров районы прокуроры Роберт Йәркәев лайыҡ булды.