Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан инвесторҙар йәлеп итеүҙә Халыҡ-ара инновацияларҙы үҫтереү үҙәгенең ярҙамына иҫәп тота

Иҡтисад

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Халыҡ-ара инновацияларҙы үҫтереү үҙәге хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Документ инвесторҙарҙы йәлеп итеү йәһәтенән республика имиджын формалаштырыу өсөн яҡтарҙың үҙ-ара килешеп эш итеүен ҡуҙ уңында тота, тип хәбәр иттеләр БР Хөкүмәтенең матбуғат үҙәгенән.

— Халыҡ-ара инновацияларҙы үҫтереү үҙәге вәкилдәрен сәләмләүебеҙгә шатбыҙ. Беҙҙең өсөн республикаға инвестициялар йәлеп итеү буйынса компаниялар менән хеҙмәттәшлек итеү стратегик йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Инвестицон мөхитте яҡшыртыу элеккесә Башҡортостандың инвестиция сәйәсәтенең өҫтөнлөкө бурысы булып тора. Шуға күрә төбәктә инвестициялар йәлеп итеү өсөн өҫтәмә шарттар булдырыу буйынса эш дауам итәсәк, — тине Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Александр Марьин документҡа ҡул ҡуйыу тантанаһында.

Халыҡ-ара инновацияларҙы үҫтереү үҙәге эшмәкәрлеге республиканың өҫтөнлөклө проекттарына инвестициялар йәлеп итеүгә йүнәлтеләсәк.  Бынан тыш, Үҙәк белгестәре республика предприятиеларына консультацион ярҙам күрһәтәсәк.

— Беҙҙең хеҙмәттәшлек төбәк иҡтисадын үҫтереүгә ҙур импульс бирәсәк һәм проекттарҙың мөмкинлектәрен тулыһынса тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк, тип ышанам, — тине Халыҡ-ара инновацияларҙы үҫтереү үҙәгенең генераль директоры Елена Трофимова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть