4 декабрь, Йәкшәмбе

26 декабрь 2012 йыл, 10:53

Республикала 2017 йылға уҡытыусыларҙың эш хаҡын 35 мең һумға тиклем арттырыу планлаштырыла

автор: Розалия Вәлиева | фото: Андрей Старостин

25 декабрҙә республика Президенты Рөстәм Хәмитов мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм етем балаларҙың торлаҡ хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса Башҡортостан Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе. Шулай уҡ «2013-2017 йылдарға Башҡортостан Республикаһында мәғарифты үҫтереү» оҙайлы сроклы маҡсатлы программаһы тикшерелде.

Хөкүмәт ултырышына РФ Дәүләт Думаһы депутаттары, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, муниципаль район һәм ҡала округы хакимиәте башлыҡтары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре саҡырылды. Сәйәси сарала профилле министрлыҡтар етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары, профсоюз лидерҙары сығыш яһаны.

— Беҙҙең алда 2018 йылға мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын төбәктәге уртаса кимәлгә еткереү, йәғни биш йыл эсендә уны ике тапҡырҙан ашыуға арттырыу бурысы тора, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов, Хөкүмәт ултырышында сығыш яһап. – Бөгөн уларҙың хеҙмәт хаҡы төбәк буйынса уртаса кимәлдән кәмерәк. Быйыл килем айына 10 меңдән аҙ ғына ашыу тәшкил итә, йәғни республика буйынса уртаса эш хаҡының яртыһынан кәмерәк. Әлбиттә, биш йыл эсендә уртаса эш хаҡы ла ярайһы уҡ артасаҡ. Ә беҙгә бөгөнгө 10 меңдән биш йыл эсендә 20 мең һумдан ашыу булған эш хаҡы кимәленә етергә кәрәк. Киләһе йылдан был мөһим эште башлау зарур.

Йыл һайын мәҙәниәтте үҫтереүгә республика бюджетынан ике миллиард һумға тиклем аҡса бүленә. Быйыл яҡынса 50 мәҙәниәт учреждениеһында ремонт үткәрелде. Дүрт йыл эсендә мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә республика Президенты гранттарын 120 ижади башланғыс алды, гранттарҙың дөйөм күләме 16 миллион һум тәшкил итте.

— 2013 йылдан башлап конкурс йомғаҡтары буйынса еңеү яулаған ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыуға өҫтәмә рәүештә йыл һайын 100 миллион һум аҡса бүленәсәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Президенты. – Республика сәнғәтен бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа пропагандаларға кәрәк, иң яҡшы музыка, һынлы сәнғәт, башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренең презентацияларын үткәреү зарур.

Төбәк башлығы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен социаль яҡлау темаһына ла ҡағылды.

— Торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе элеккесә киҫкен тора, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең яртыһынан ашыуының үҙ торлағы юҡ. Торлаҡ һатып алыу өсөн ҡушып финанслау шарттарында йыл һайын кәмендә 50 миллион һум аҡса бүләсәкбеҙ. Был эшкә урындағы власть та үҙ өлөшөн индерергә тейеш.

Мәҙәниәт өлкәһендә кадрҙар тураһында һүҙ йөрөтөп, төбәк башлығы бында йыш ҡына уйланып етмәгән ҡарарҙар ҡабул ителеүен билдәләне. Мәҙәниәт учреждениеларында хеҙмәткәрҙәр йыш алмашынып тора. Алдынғы дәүләт театрҙарының, филармониларҙың, танылған коллективтарҙың профессиональ кимәле түбәнәйә, ижади әүҙемлеге кәмей.

Президент министрлыҡтың яңы етәкселегенең «хаталар өҫтөндә эш» үткәрәсәгенә ышанысын белдерҙе. Шулай уҡ ул балалар музыка мәктәптәрен сифатлы музыка ҡоралдары менән тәьмин итеү буйынса программалар ҡабул итергә, яҡшы кимәлдә музейҙар буйлап экскурсия маршруттары әҙерләргә, республика байрамдарын ойоштороуға профессиональ күҙлектән сығып етди ҡарарға, беҙҙә бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара фестивалдәр үткәрергә кәрәклеге хаҡында әйтте.

Белем биреү мәсьәләләре хаҡында һүҙ йөрөтөп, Рөстәм Хәмитов һуңғы ике йылда бында матди-техник базаны нығытыу йәһәтенән етди үҙгәрештәр булыуын билдәләне. Мәктәптәрҙе заманса ҡорамалдар – уҡытыу, спорт, медицина кәрәк-яраҡтары менән йыһазландырыу кимәле артты. Был маҡсаттарғы ике йыл эсендә өс миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Уларҙың 2,85 миллиарды федераль бюджеттан йәлеп ителгән. Йыл аҙағына был сумманың яҡынса 98 проценты үҙләштерелгән.

Республика дөйөм белем биреү мәктәптәрендә эшләгән уҡытыусыларҙың эш хаҡын ағымдағы йылдың дүртенсе кварталында төбәктәге уртаса кимәлгә еткерә алды. Хәҙер эш хаҡы 22,5 мең һумдан ашыу тәшкил итә. Киләһе йылдан бала баҡсалары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы дөйөм белем биреү өлкәһендәге уртаса кимәлгә күтәреләсәк.

Төбәк башлығы, киләһе йылда дөйөм белем биреү өлкәһен яңыртыу буйынса проектты федераль финанслау тамамланасаҡ, тип билдәләне. 2014 йылдан башлап мәғариф хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу, мәктәптәрҙең матди базаһын яңыртыу, уларҙа ремонт үткәреү, мәктәптәр өсөн автобустар һатып алыу – быларҙың барыһын да республикаға үҙенең средстволары иҫәбенә башҡарырға тура киләсәк.

— Беҙгә 2017 йылға тиклем мәғарифты үҫтереү буйынса оҙайлы сроклы маҡсатлы программаны раҫларға кәрәк, — тине Президент. – Унда беҙ үтәргә тейеш төп маҡсаттар, күрһәткестәр билдәләнгән.

Республика башлығы етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсәләһен дә ҡуҙғатты. 2007 йылдан алып 1300 кеше фатирҙан асҡыс алған. Шул уҡ ваҡытта сиратҡа тороусылар һаны йыл һайын 20 процентҡа арта бара. Бөгөн 3400 кеше торлаҡҡа мохтаж. Айырыуса Өфө, Октябрьский ҡалаларында, Баймаҡ, Ишембай һәм Учалы райондарында сираттар ҙур. Был мәсьәләне хәл итеүгә әленән-әле аҡса күберәк бүленә. Быйыл ғына 750 миллион һум йүнәлтелде, әммә улар насар үҙләштерелә.

— Был ҡатмарлы тема, әммә уны хәл итергә кәрәк, – тине республика башлығы.