3 декабрь, Шәмбе

26 декабрь 2012 йыл, 9:19

Баш ҡалала 2012 йылда һуңғы тапҡыр вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

Быйыл һуңғы тапҡыр вакансиялар йәрминкәһе Өфөлә 27 декабрҙә үтә. «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, унда иҡтисадтың төрлө тармаҡтарынан дәүләткә ҡарамаған милек формаһындағы предприятиелар ҡатнашасаҡ.

Сарала Башҡортостан баш ҡалаһының 15 предприятие һәм ойошмаһы вакантлы урындар тәҡдим итәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҡыу һәм эш урындары вакансиялары йәрминкәһендә, милек формаһына һәм иҡтисади эшмәкәрлек төрөнә ҡарамай, кадрҙар һайлап алыуға мохтаж булған барлыҡ эш биреүселәр ҙә ҡатнаша ала.

Йәрминкә Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса үткәрелә. Башлана – 10 сәғәттә.