10 декабрь, Шәмбе

25 декабрь 2012 йыл, 18:02

Өфөлөләр бөтә Рәсәй форумында социаль етемлекте иҫкәртеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты

автор: Эльмира Сабирова

Өфө хакимиәтенең Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы белгестәре Мәскәүҙә бөтә Рәсәй конференцияһында социаль етемлекте иҫкәртеү өлкәһендә ведомство-ара килешеп эш итеү системаһын булдырыу буйынса хеҙмәттәштәре менән тәжрибә уртаҡлашты.

Өфөнән сарала Идаралыҡ начальнигы Руслан Хәбибов, уллыҡҡа алыу һәм балаларҙы ғаиләләргә биреү буйынса бүлек начальнигы Елена Макушина сығыш яһаны.

Конференция эшендә Рәсәй Федерацияһының 39 төбәгенән дәүләт учреждениелары һәм социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмалар етәкселәре һәм белгестәре – йәмғеһе 200 кеше, шулай уҡ РФ Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил аппараты, РФ Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил аппараты, РФ Дәүләт Думаһы, РФ Хөкүмәте вәкилдәре ҡатнашты.

Форум барышында йәш балалы ғаиләләргә ярҙам итеү системаһын үҫтереү, ғаилә һәм бала хоҡуҡтарын норматив-хоҡуҡи яҡтан тәьмин итеү, заманса технологиялар һәм хеҙмәттәр индереү, йәш балалы ғаиләләргә ярҙам итеү өлкәһендә белгестәргә мәғлүмәти-методик ярҙам күрһәтеү системаһын ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.

Өфө хакимиәтенең Опека һәм попечителлек буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Социаль етемлекте иҫкәртеү фонды (Мәскәү ҡалаһы) Өфөнө 20 төбәк исемлегенә индергән. Был төбәктәрҙә 2013-2014 йылдарҙа «Социаль етемлекте иҫкәртеү буйынса һөҙөмтәле эшмәкәрлек булдырыу: Рәсәй төбәктәрендә яңы тыуған сабыйҙарҙан баш тартыуҙы иҫкәртеү һәм ауыр тормош шарттарында ҡалған йәш балалы ҡатындарға ярҙам күрһәтеү моделдәрен индереү» пилот проектын һынап ҡарау планлаштырыла.

Конференция РФ Йәмәғәт палатаһы, РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы, РФ Дәүләт Думаһының Ғаилә, ҡатындар һәм балалар мәсьәләләре буйынса комитеты, Социаль етемлекте иҫкәртеү фонды ярҙамында ойошторолдо.