Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә ОМОН хеҙмәткәрҙәре 17 ҡатлы торлаҡ йорт алды

Йәмғиәт

Өфөлә БР буйынса Эске эштәр министрлығының ОМОН (махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряд) хеҙмәткәрҙәре өсөн төҙөлгән фатир тибындағы ятаҡ асыу тантанаһы үтте. 17 ҡатлы йорт Революцион һәм Владивосток урамдары киҫешкән урында төҙөлгән. Был тулыһынса республика полицияһы хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнгән беренсе йорт, тип билдәләне Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин. Ун биш ҡатта 75 фатир урынлашҡан. Беренсе ҡатта балалар клубы, медицина пункты һәм башҡа хеҙмәтләндереү пункттары эшләйәсәк. Йорт төҙөүгә федераль бюджет –134 миллион һум, республика бюджеты 32 миллион һум аҡса бүлгән. Бина ярты йыл эсендә төҙөлгән.

Өй туйлаусыларҙы Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының махсус тәғәйенләнештәге һәм авиация бүлектәре идаралығы начальнигы урынбаҫары Андрей Тарасов ҡотланы.

БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, махсус тәғәйенләнештәге мобиль отрядта 150 хеҙмәткәр эшләй. Башҡортостандан алты кеше – Батырлыҡ ордены, 28 кеше — «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы, 59 кеше — «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, 74 кеше — «Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа күрһәткән хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланған. Отрядта бобслей буйынса ике тапҡыр Олимпия чемпионы, отставкалағы майор Алексей Селиверстов хеҙмәт итә. БР буйынса Эске эштәр министрлығының махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряды ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм етем балалар өсөн Республика мәктәп-интернатына шефлыҡ ярҙамы күрһәтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть