7 декабрь, Шаршамбы

25 декабрь 2012 йыл, 15:03

Сипайлово биҫтәһендә яңы һырғалаҡ асылды

автор: Эльмира Сабирова

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә, «Простор» сауҙа-күңел асыу комплексы бинаһы артында, һырғалаҡ асылды. Шыуыу өсөн ике майҙансыҡ эргәһендә заманса пластик хоккей ҡумтаһы ҡуйыласаҡ. Һырғалаҡтың дөйөм майҙаны 7100 квадрат метр тәшкил итә.

Шулай уҡ бында гардероб һәм кафе эшләй.

Һырғалаҡ көн һайын 12 сәғәттән 23-кә тиклем эшләй. VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарын үткәреү айҡанлы Өфөнөң спорт комитеты 14 йәшкә тиклемге балаларҙы көн һайын 12-15 сәғәттәрҙә һырғалаҡта бушлай шыуырға саҡыра.

Өлкөндөр өсөн һырғалаҡҡа инеү – 80 һум, 14 йәшкә тиклемге балалар өсөн 50 һум тора, 5 йәшкә тиклемге балалар өсөн инеү бушлай.

Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн iceufa.ru сайтына инергә йәки 266-55-51 телефоны буйынса шылтыратырға була.

темалар: спорт,һырғалаҡ