Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Сәлиә Мырҙабаева скайп аша граждандарҙы ҡабул итте

Сәйәсәт

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева тәүгә «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты нигеҙендә Skype ярҙамында граждандарҙы ҡабул итте. Депутатҡа үҙ һорауҙарын Күгәрсен районында йәшәүселәр бирҙе.

— Беҙ мәғлүмәт технологиялары заманында йәшәйбеҙ. Уларҙы тормошобоҙҙа ҡулланыу – заман талабы. Шуға күрә эшебеҙҙә заманса алымдар ҡулланырға тырышабыҙ, — тип һөйләне Сәлиә Мырҙабаева.

Интернет мөмкинлектәрен ҡулланыу төрлө сәбәптәр арҡаһында Өфөгә килә алмаған кешеләргә депутат менән онлайн режимда аралашыу мөмкинлеген бирҙе. Мөрәжәғәт иткән һәр кеше үҙенең һорауына яуап һәм кәңәш алды.

— Осрашыуҙа айырым өлкә өсөн яуап биргән кешеләрҙең булыуы мәсьәләне тиҙерәк хәл итергә ярҙам итә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды депутат. – Шулай итеп, бәләкәй ҡыҙға федераль медицина үҙәгендә операция яһау мәсьәләһе Республика клиник дауахананың баш табибы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ринат Нагаевтың шәхси контроленә алынды. Торлаҡ менән тәьмин итеү һәм торлаҡҡа мохтаж булараҡ иҫәпкә ҡуйыу буйынса һорауҙар тикшереү һәм хәл итеүҙә булышлыҡ итеү өсөн район Советы секретарына тапшырылды.

Тәүгә ойошторолған граждандарҙы онлайн режимда ҡабул итеү уңышлы үтте. Депутат фекеренсә, бындай эш алымы үҙен аҡланы һәм киләсәктә ул һайлаусылар менән эш итеүҙә киң ҡулланыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть