9 декабрь, Йома

25 декабрь 2012 йыл, 12:11

Яҙыусы Сафуан Әлибаев Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премияға тәҡдим ителде

автор: Любовь Колоколова

Яҙыусы Сафуан Әлибаев Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде. Республиканың Яҙыусылар союзы ултырышында түбәндәге өс кандидатура ҡаралды: Сафуан Әлибаев, Әсхәл Әхмәт-Хужа һәм Рәмзәнә Әбүталипова. Яҙыусы һәм шағир, халыҡ-ара Андерсен исемендәге премия дипломанты Сафуан Әлибаев кандидатураһы бер тауыштан үтте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы 2005 йылдың 1 октябрендә булдырылды. Был ваҡыт эсендә балалар өсөн ижад иткән һигеҙ әҙип лауреат исемен алды.