9 декабрь, Йома

25 декабрь 2012 йыл, 11:41

Константин Толкачев Федераль Йыйылыш ҡарамағындағы Закон сығарыусылар советы комиссияһын етәкләне

автор: Людмила Терновая

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы ҡарамағындағы Закон сығарыусылар советының Милли именлекте һәм коррупцияға ҡаршы көрәште закондар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса комиссияһын етәкләне, тип хәбәр иттеләр респубика парламентының матбуғат хеҙмәтенән. Уның урынбаҫарҙары итеп Федерация Советының Оборона һәм хәүефһеҙлек буйынса комиссияһы рәйесе Виктор Озеров, шулай уҡ Дәүләт Думаһының Хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса комитеты рәйесе Ирина Яровая тәғәйенләнде.

Комиссия Закон сығарыусылар советы ҡарамағындағы консультатив орган булып тора. Уның төп бурыстары – милли именлекте һәм коррупцияға ҡаршы көрәште закондар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса тәҡдимдәр әҙерләү, шулай уҡ федераль закон сығарыусылар, Федераль Йыйылыш палаталары менән Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закон сығарыу органдары араһында килешеп эш итеүҙе тәьмин итеү.

Закон сығарыусылар советы составына түбәндәгеләр инә: Федерация Советы рәйесе, Дәүләт Думаһы рәйесе, уларҙың урынбаҫарҙары, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының ҡануниәт (вәкәләтле) дәүләт власы органдары рәйестәре.