7 декабрь, Шаршамбы

25 декабрь 2012 йыл, 10:56

Рөстәм Хәмитов Нефтекама ҡалаһында булды

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

24 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Нефтекамала булды, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Республика етәксеһе яңы төҙөлгән 40 фатирлы торлаҡ йортто ҡараны. Бина «БР Социаль торлаҡ төҙөү фонды» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы средстволары иҫәбенә былтыр төҙөлә башлаған һәм бына файҙаланыуға ла тапшырылды. Рөстәм Хәмитов бүлмәләрҙе ҡарап сыҡты, ҡасандыр бала йорттарында тәрбиәләнгәндәргә дүрт фатирҙан асҡыстар тапшырҙы. Ҡалған 36 фатирҙан асҡыстар әҙ тәьмин ителгән граждандарға, йәш ғаиләләргә, мәғариф хеҙмәткәрҙәренә һәм күп балалы ғаиләгә тапшырылды. 2013 йылда Нефтекамала 135 фатирға иҫәпләнгән йәнә бер социаль йорт төҙөү планлаштырыла.

«НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә Рөстәм Хәмитов Marcopolo маркалы пассажирҙар автобустарын етештереү линияһын ҡараны.

2011 йылда «НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ҙур акционеры – «КАМАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән Бразилияның Marcopolo компанияһы Рәсәйҙә автобустар етештереү һәм һатыу буйынса берлектә предприятие асыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйғайны. Автобустар «Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә етештереләсәк. 2016 йылға линия йылына өс меңгә яҡын Marcopolo автобусы етештерәсәк, тип планлаштырыла предприятиела.