5 декабрь, Дүшәмбе

25 декабрь 2012 йыл, 10:15

Башҡортостан менән Белоруссия хөкүмәттәре араһында хеҙмәттәшлек итеү программаһы раҫланды

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Беларусь Республикаһы Хөкүмәте менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте араһында 2013-2015 йылдарға хеҙмәттәшлек итеү программаһы раҫланды. Документҡа дүшәмбе, 24 декабрҙә, Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Беларусь Республикаһының архитектура һәм төҙөлөш министры Анатолий Ничкасов ҡул ҡуйҙы.

Документ ике республиканың бер нисә йүнәлеш буйынса хеҙмәттәшлек итеүен күҙ уңында тота. Улар иҫәбендә – Белоруссияла сода етештереүҙе ойоштороу, Башҡортостандың производство майҙансыҡтарына аграр комплекс һәм коммуналь хужалыҡ өсөн махсус техника поставкалау, ә киләсәктә уларҙы төбәк производстволарында ҡороу, малсылыҡ һәм үҫемлекселек өлкәләрендәге проекттар, торлаҡ төҙөлөшөн, транспорт машиналары эшләү өлкәһен үҫтереү.

— Былтыр Беларусь менән Башҡортостан араһында сауҙа итеү күләме 1,5 миллиард долларға тиерлек етте. Был бик ҙур сумма, — тине республика Президенты Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостандың дөйөм тауар әйләнеше күләмендә Беларусь икенсе урында тора, уның өлөшө 10 проценттан ашыу тәшкил итә. БДБ илдәре араһында иһә ул беренсе урын биләй, өлөшө – 44 процент. Ағымдағы йыл йомғаҡтары буйынса экспорт бер миллиард долларҙан ашыу тәшкил итте, үткән йылдағы күрһәткескә ҡарағанда был 30 процентҡа күберәк. Импорт әҙерәк, әммә быға ҡарамаҫтан, ул 150 миллион долларға етте, үҫеш – яҡынса 7-8 процент.

Беларусь өсөн «сода» проекты айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ҡунаҡтар Стәрлетамаҡта, атап әйткәндә, «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды.

— Был тармаҡ Беларусь Республикаһында үҫеш алмаған. Беҙҙә ошондай уҡ предприятие булдырыу тураһында һөйләшеп килештек, — тип һөйләне журналистарға Анатолий Ничкасов. – Был Белоруссия предприятиеһы түгел, ә Белоруссия менән Башҡортостандың берлектәге ҙур етештереү комплексы буласаҡ.

Республика Президенты һүҙҙәренсә, Башҡортостанды Белоруссияның төҙөлөш технологиялары ҡыҙыҡһындыра. «Мин Минскиҙа булдым һәм юлдарҙың, биналарҙың юғары сифатлы төҙөлөүен күрҙем. Һәм барыһы ла ярайһы уҡ арзан», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Шулай уҡ ауыл хужалығы өлкәһендәге технологиялар ҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Белорусь Республикаһында иген культураларының уңышы быйыл гектарынан 30 центнерҙан ашыу тәшкил иткән. Тотороҡло мул уңыш алыу – агротехнологияларҙы дөрөҫ ҡулланыу һөҙөмтәһе. Бындай технологиялар Башҡортостан аграрийҙарында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.