9 декабрь, Йома

24 декабрь 2012 йыл, 17:18

Агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә Башҡортостан аграрийҙары 5,8 миллиард һум аҡса алды

автор: Галина Бахшиева

2012 йылда Башҡортостандың агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә, капиталь һалыуҙарҙы иҫәпкә алмайынса, 6,5 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Шул иҫәптән республика бюджетынан – 4,2 миллиард, федераль бюджеттан 2,3 миллиард һум аҡса йәлеп ителә. Бөгөнгө көнгә республика аграрийҙары 5,8 миллиард һум аҡса алған.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йыл аҙағынаса кредиттар буйынса процент ставкаларын субсидиялауға, төбәктең иҡтисади йәһәттән әһәмиәтле программаларын тормошҡа ашырыуға, «500 ферма» программаһына ярҙамға, элиталы орлоҡ, техника һатып алыуға 700 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү планлаштырыла.

Әлеге ваҡытта республика аграрийҙарын техника менән тәьмин итеү өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе булып тора, тип билдәләнеләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Төбәктә техниканың 70 проценты тиерлек туҙған.

Шуға күрә бөгөн ауыл хужалығы предприятиеларын техника менән тәьмин итеүгә төп баҫым яһала. Бының өсөн элек машина-трактор станцияларын үҫтереүгә бүленгән аҡсалар хәҙер ауыл хужалығы предприятиелары парктарын ҡайтанан йыһазландырыуға йүнәлтеләсәк.