10 декабрь, Шәмбе

24 декабрь 2012 йыл, 16:27

Фидус Ямалетдинов «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән наградланды

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Указы менән республика Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Фидус Ямалетдинов «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән наградланды. Был юғары наградаға Фидус Әғләм улы дәүләт власы органдарында күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәте, республикала социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҙур өлөш индергәне өсөн лайыҡ булды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Фидус Ямалетдинов төрлө йылдарҙа Өфө ҡалаһының Ленин районы халыҡ депутаттары Советы башҡарма комитеты рәйесе, Өфө хакимиәте башлығы, Өфө ҡала Советы рәйесе, республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаларын башҡарҙы, күп йылдар БР Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһында төбәктең социаль өлкәһенә контроллек итте.

Яңы йылдан һуң – 4 ғинуарҙа Фидус Әғләм улы үҙенең юбилейын билдәләй.