7 декабрь, Шаршамбы

24 декабрь 2012 йыл, 15:58

«Салауат Юлаев» Венер Сафин менән хушлашты

автор: Дмитрий Слезин

Яҡтарҙың килешеүе буйынса «Салауат Юлаев» хоккей клубы команданың баш тренеры Венер Сафин менән килешеүҙе өҙҙө. Был хаҡта Өфө клубының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Хоккей клубы Венер Сафинға башҡарған эше өсөн рәхмәтен белдерә һәм профессиональ өлкәлә артабанғы уңыштар теләй.

Баш тренер вазифаһын ваҡытлыса Владимир Юрзинов башҡарасаҡ. Бығаса ул команданың өлкән тренеры вазифаһын башҡарҙы.

Шулай уҡ тренерҙар штабына Василий Чижов инәсәк.