Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

БДПУ студенттары һәм уҡытыусылары Яңы йылға өҫтәмә стипендиялар һәм премиялар алды

Йәмғиәт

Яңы йылға теүәл бер аҙна ваҡыт ҡалды. Ғәҙәттәгесә, был туғандар, дуҫтар, хеҙмәттәштәр өсөн бүләктәр һатып алыу, сюрприздар осоро. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты өсөн дә бүләктәр ваҡыты башланды.

Ҡышҡы сессия һөҙөмтәләренә ҡарамай, юғары уҡыу йортоноң бюджет бүлегендә белем алған дүрт меңгә яҡын студент бер стипендия, йәғни 1385 һум күләмендә матди ярҙам алды, тип хәбәр иттеләр уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән. Матди яҡтан ҡытлыҡ кисергән студенттар (яҡынса 910 кеше) – быға өҫтәп йәнә ике мең һум күләмендә, етем студенттар һәр береһе – 17 мең һум күләмендә, активистар яҡынса биш мең һум күләменә түләү алды.

Бынан тыш, Яңы йыл байрамдары алдынан ректорат үҙенең хеҙмәткәрҙәренә лә премиялар бирҙе.

Университет бындай акцияны беренсе тапҡыр үткәрмәй. Ректорат юғары уҡыу йортон үҫтереүгә өлөш индергән студенттарына һәм уҡытыусыларына бындай ярҙамды йыл һайын күрһәтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть