10 декабрь, Шәмбе

24 декабрь 2012 йыл, 13:11

Благовещен районында Ҡыш Бабайҙар парады үтте

автор: Ольга Мортазина | фото: Гүзәл Нурисламова

Благовещен ҡалаһының төп майҙанында боҙ ҡаласығын асыу тантанаһы Ҡыш Бабайҙар парады менән башланды. Был күңелле сарала төрлө өлкә хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Әммә мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәләре вәкилдәре менән көс һынашыу еңелдән булманы. 20 градуслыҡ һыуыҡта ҡышҡы геройҙар төрлө һынауҙар аша үтте. Шулай итеп, конкурс йомғаҡтары буйынса «Иң тылсымлы Ҡыш Бабай» номинацияһында Благовещен сәнәғәт-гуманитар техникумы хеҙмәткәре Дмитрий Леньков еңеп сыҡты. Иң тапҡыр «бабай» тип «Орленок» үҫмерҙәр клубынан Надежда Тушкарева танылды. Иң күңелле Ҡыш Бабай исеменә 1-се мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тәрбиәсеһе Лариса Гурина лайыҡ булды, иң мәрхәмәтле «бабай» тип 1-се гимназиянан Ярослав Тимофеев табылды. Бедеева Поляна ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Вячеслав Чикишев «Үҙенсәлекле Ҡыш Бабай» номинацияһында еңеү яуланы. Был хаҡта «Панорама» гәзите хеҙмәткәре Гүзәл Нурисламова хәбәр итте.

Шулай итеп, төрлө скульптураларҙан, лабиранттарҙан, әкиәт һарайҙарынан торған боҙ ҡаласығы тәүге ҡунаҡтарын ҡабул итте.

темалар: яңы йыл