10 декабрь, Шәмбе

24 декабрь 2012 йыл, 12:31

Башҡортостан Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы йыйылышында халыҡ-ара проекттар тәҡдим итте

автор: «Башинформ» | фото: Андрей Старостин

20 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының «Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлеге тураһында» дөйөм йыйылышында сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Комиссия ултырышы Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров рәйеслегендә үтте. Был сәйәси сарала БР Хөкүмәте вице-премьеры Башҡортостандың халыҡ-ара гуманитар проекттарын тәҡдим итте. Атап әйткәндә, ул 2013 йылда Башҡортостандың ЮНЕСКО ҡарамағындағы «Донъя халыҡтары мәҙәниәттәре диалогы» акцияһында ҡатнашыуын дауам итәсәге хаҡында әйтте. Уның сиктәрендә республиканың ижади коллективтары сит илдәрҙә сығыш яһаясаҡ. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың бындай презентациялары Германия, Франция, Швейцария һәм Балтика илдәрендә үткәрелгәйне.

— Беҙҙең тарафтан әҙерләнгән күргәҙмәләр һәм концерттар республика хаҡында сағыу һәм яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы, — тип хәбәр итте Лилиә Ғүмәрова. – Алдағы йылдың ноябрендә ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында беҙҙең республика менән ЮНЕСКО-ның хеҙмәттәшлегенә 15 йыл тулыуға арналған Башҡортостандың халыҡ-ара презентацияһын үткәрергә планлаштырабыҙ.