11 декабрь, Йәкшәмбе

24 декабрь 2012 йыл, 11:52

Республика аграрийҙары ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн 495 миллион һум аҡса аласаҡ

автор: Галина Бахшиева

2012 йылғы ҡоролоҡ Башҡортостан аграрийҙарына планлаштырылған һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирмәне. Ағымдағы йылдың 11 айы һөҙөмтәләре буйынса тулайым продукция күләме республикала 93,2 миллиард һум, йәғни үткән йылдағы кимәлдең 84,3 процентын тәшкил итте, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

2012 йылда ҡоролоҡ арҡаһында ауыл хужалығы культуралары 585 мең гектар майҙанда һәләк булған, был төбәктәге барлыҡ сәсеүлектәрҙең биштән бер өлөшөн тәшкил итә. Ауыл хужалығы иҡтисадына был 5 миллиард һумдан ашыу күләмендә зыян килтергән.

Министрлыҡтан билдәләүҙәренсә, 2013 йыл башында федераль бюджет средстволары иҫәбенә Башҡортостан аграрийҙарына 2012 йылдағы ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн 495 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтеү планлаштырыла. Субсидия биреү тәртибе һәм йүнәлештәре әлеге ваҡытта Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында әҙерләнә.