10 декабрь, Шәмбе

24 декабрь 2012 йыл, 11:06

Башҡортостан Президенты: «Рейтингтарҙа яҡшы урындар биләйбеҙ»

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 20 декабрҙә Рәсәй Хөкүмәте ултырышында ҡатнашты, ултырышты Дмитрий Медведев алып барҙы. Унда илдә эшлекле мөхитте яҡшыртыу, инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Хөкүмәт ағзалары алдында сығыш яһап, Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда инвесторҙар менән ни бары ике йыл элек системалы эшләй башлауҙары хаҡында әйтте.

— Башҡортостан кеүек ҙур, үҫешкән республикала 2010 йылда ла инвестициялар йәлеп итеү буйынса етди эш алып барылмай ине. Ҡануниәт, институттар, стратегиялар юҡ ине. Хәҙер инвестицион структура булдырыу йәһәтенән әүҙем эш алып барыла, аныҡ һөҙөмтәләр ҙә бар. Ҙур инвестиция проекттары буйынса 60-тан ашыу контракт төҙөлдө, уларҙың дөйөм суммаһы яҡынса 400 миллиард һум тәшкил итә. Рейтингтарҙа яҡшы урындар биләйбеҙ, алға китеш бар, — тине Президент һәм төп мәсьәләләргә туҡталды.

— Беренсенән, «уйын ҡағиҙәләрен», стандарттар, «юл карталарын», мониторингтар булдырыу зарур, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. – Быларҙың барыһын да федераль власть органдары, Стратегик инициативалар агентлығы менән берлектә башҡарабыҙ. Был юҫыҡта эштәр яйлы бара. Киләһе мәсьәлә – ул сығымдар һәм финанстар. Әлбиттә, Башҡортостан кеүек ҡеүәтле төбәккә инвесторҙар өсөн инфраструктура булдырыуҙы бер үҙенә финанслау ауырға тура килә. Бында әлеге эшмәкәрлек өсөн федераль ресурстар йәлеп итеү өҫтөндә уйларға кәрәк. Уңышлы эшмәкәрлек алып барған төбәктәр барлығын да беләбеҙ, әммә улар ҙа кредиттарға, бурыстарға күмелгән. Был йүнәлештә беҙгә нисек үҫешергә? Әлбиттә, федераль үҙәктән ярҙам булмайынса тороп, үҙебеҙ теләгәнсә алға китеп булмаясаҡ. Өсөнсө мәсьәлә – инвесторҙар йәлеп итеү, кластерҙар булдырыу. Был йәһәттән үҙебеҙ өсөн йүнәлештәр билдәләгәнбеҙ: химия, машиналар эшләү, радиоэлектроника, ауыл хужалығы буйынса үҫешәсәкбеҙ, — тине Башҡортостан Президенты.

— Химияға килгәндә, бында барыһы ла аңлашыла: республика был өлкәлә флагмандарҙың береһе булып тора, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Химия продукцияһы етештереү буйынса беҙ донъяла 22-се урында торабыҙ. Химия тармағы эш урындарын да булдыра ала. Бөгөн «Башнефть», «Газпром» һәм башҡа ҙур компаниялар беҙгә кәрәкле йүнәлештә эшмәкәрлек алып бара. Был компанияларҙың һәр береһе 100 миллиард һумға яҡын аҡсаны химия сәнәғәтен үҫтереүгә йүнәлтәсәге хаҡында асыҡ әйтә. Әммә федераль властан тыш был эште координациялау ауыр буласаҡ. Сөнки бында бик ҙур эш, ҙур инвестициялар хаҡында һүҙ бара. Һәм был өлкәлә эшләп еткермәйбеҙ, күрәһең. Беҙгә ғәйәт ҙур инвесторҙы йәлеп итеү ауыр, сөнки беҙҙә бындай алымдар юҡ. Шуға күрә ҙур проекттар буйынса министрлыҡтар һәм ведомстволар кимәлендә фекер алышыуҙар үткәрергә тәҡдим итәм. Берлектә коллегиялар, фекер алышыуҙар үткәреү, министрлыҡ белгестәрен үҙебеҙҙең төбәккә саҡырыу кеүек онотола барған тәжрибәне тергеҙергә кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.

Башҡортостан Президенты бер нисә тәҡдиме менән таныштырҙы. Уның фекеренсә, улар ярайһы уҡ ябай.

— Федераль структураларға инвестициялар йәлеп итеү темаһына ҡушылырға тәҡдим итәм. Минеңсә, ҡайһы бер өлкәләрҙә ҙур эштәр башҡарып сығарыу өсөн федераль кимәлдә лә ваҡытлыса булһа ла махсус идара итеү структураларын булдырырға мөмкин. Сит илдәрҙә бындай тәжрибә ҡулланыла. Миҫал итеп «Роснано» эшмәкәрлеген килтерергә була. Шулай уҡ, минеңсә, төбәктәргә баһа биреү критерийҙарын ҡайтанан ҡарап сығырға кәрәк. Ни тиһәң дә, географик шарттар, йүнәлештәр, кадрҙар төрлө. Мәҫәлән, Магадан менән Свердловск өлкәһен, Ҡурған менән Мәскәүҙе сағыштырып булмай. Минең тезис түбәндәгесә яңғырай – федераль Хөкүмәт менән айырым объекттар һәм проекттар буйынса берлектәге эшмәкәрлекте нығытыу, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.