Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Петр Капишников сәйәси партия лидерҙары менән осрашты

Сәйәсәт

БР буйынса Баш федераль инспектор Петр Капишников сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре етәкселәре менән эш осрашыуы үткәрҙе. Кәңәшмәлә РФ Юстиция министрлығының БР буйынса Идаралығы начальнигы Лариса Кучина ла ҡатнашты. Осрашыуҙа 15 сәйәси партияның төбәк бүлексәләре лидерҙары булды.

Сәйәси сарала ҡатнашыусылар РФ Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенең төп тезистарын тикшерҙе. Шулай уҡ урындағы үҙидара мәсьәләләре иғтибар үҙәгендә булды. Петр Капишников партия лидерҙарынан муниципаль власть органдары системаһын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләүен һораны, улар Урындағы үҙидара мәсьәләләре буйынса округ советына тикшереүгә йүнәлтеләсәк.

Лариса Кучина партияларҙы теркәү тәртибе, шулай уҡ РФ Юстиция министрлығының БР буйынса Идаралығының сәйәси партияларға ҡарата үткәргән контроль-күҙәтеү саралары хаҡында һөйләне. Идаралыҡ башлығы билдәләүенсә, 2012 йылдың июленән республикала теркәлергә теләгән һәр партия ыңғай яуап алған. Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 25 партияның төбәк бүлексәһе теркәлгән.

Кәңәшмәлә берлектәге эшмәкәрлеккә тәүге йомғаҡтар яһалды, шулай уҡ алдағы осорға маҡсаттар билдәләнде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть