Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Баш ҡалала үткән Президент шыршыһы балаларға шатлыҡ бүләк итте

Йәмғиәт

Декабрҙең һуңғы көндәре – мөғжизәләр һәм әкиәттәр осоро. Айырыуса республиканың төп шыршыһына саҡырылған балалар өсөн. Сараға, йола буйынса, уҡыуҙа яҡшы билдәләренә өлгәшкән, олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа, спорт ярыштарында еңеү яулаған, шулай уҡ хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренән балалар саҡырылды.

Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән балаларҙы БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ҡотланы, уларға ныҡлы һаулыҡ, барлыҡ изге эштәрендә уңыштар һәм иң яҡты өмөттәренең тормошҡа ашыуын теләне.

«Ҡыш Бабайҙың Яңы йыл спорт уйындары» исемле театрлаштырылған тамаша юҡҡа ғына былай аталманы. 26 декабрҙә республика баш ҡалаһында йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты старт ала, ә февралдә ҡала йәнә бер ҙур сараны – VI Халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул итәсәк.

Сағыу декорация, матур костюмдар, йыр-моң һәм шиғырҙар, акробатик номерҙар һәм, әлбиттә, Ҡыш Бабай бүләктәре – быларҙың барыһы ла балаларға ҙур шатлыҡ бүләк итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть