7 декабрь, Шаршамбы

21 декабрь 2012 йыл, 15:14

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведевтың Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыуы үтте

автор: Сергей Захаров

Мәскәүҙә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведевтың Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән ике яҡлы осрашыуы үтте.

Осрашыуҙа инвестициялар йәлеп итеү, республиканың социаль-иҡтисади өлкәһен үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Атап әйткәндә, һүҙ Өфөлә Паралимпия үҙәген төҙөү һәм 2015 йылда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышын һәм БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуын үткәреү хаҡында барҙы, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.