4 декабрь, Йәкшәмбе

21 декабрь 2012 йыл, 14:59

Башҡортостан Рәсәйҙә эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереү программаһына әҙер булыуы хаҡында иғлан итте

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан Республикаһы 2013 йылда «Рәсәйҙә эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы сараларын тормошҡа ашырыуға әҙер.

Көн элгәре Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев һәм БР Туризм буйынса агентлығы етәксеһе Артем Колесников 2018 йылға тиклем иҫәпләнгән был оҙайлы сроклы программаны тормошҡа ашырыу буйынса Координация советы ултырышында ҡатнашты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 2012-2016 йылдарға республикала эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереү буйынса бындай маҡсатлы программа тормошҡа ашырыла башланы ла инде.

Башҡортостанда туристик кластерҙар булдырыу проекттарына ярҙам итеү буйынса капитал һалыуҙар Федераль маҡсатлы программа саралары исемлегенә индерелгән. Программаның төп бурысы – илдә эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереү.

«Башинформ» агенлығына БР Туризм буйынса агентлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2013 йылда төбәктә туристик-рекреацион объекттарҙың эшмәкәрлеген тәьмин итәсәк ҡоролмаларҙы проектлауға һәм төҙөүгә капитал һалыуҙарҙы ҡушып финанслау ҡаралған. Был маҡсаттарға федераль бюджеттан – 10 миллион һум, республика бюджетынан 3 миллион һум аҡса бүленәсәк.

— Әлеге ваҡытта Башҡортостандың Туризм буйынса агентлығы республиканың Күгәрсен районында урынлашҡан «Башҡорт ауылы» туристик базаһының инфраструктураһын тәьмин итәсәк объекттарҙы федераль бюджет средстволары иҫәбенә ҡушып финанслауға дәғүә итеүселәр конкурсына документтар әҙерләүҙе тамамлай, — тип хәбәр итте БР Туризм буйынса агентлығының туриндустрия бүлеге начальнигы Вячеслав Гостёнов.