8 декабрь, Кесе йома

21 декабрь 2012 йыл, 11:58

Рөстәм Хәмитовтың Сеул ҡалаһына рәсми визиты тамамланды

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Республикаһы Президентының Корея Республикаһына ике көнлөк визиты тамамланды, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Рәсми делегация менән бергә Рөстәм Хәмитов Корея Хөкүмәте ағзалары менән осрашыуҙар үткәрҙе, бер нисә юғары уҡыу йортонда һәм ғилми үҙәктә булды.

Мёнджи университетында Башҡортостан Президенты электрон китапхананы ҡараны. Уҡыу йорто 1948 йылда асылған. Университет китапханаһында мәғлүмәт системаһы булдырылған, ул публикацияларҙан, электрон журналдарҙан, мәғлүмәт базаларынан материалдар эҙләүҙе тәьмин итә. Статистика буйынса, студенттарҙың 99 проценты бер тапҡыр булһа ла китпханаға килгән. Электрон технологиялар индерелгәндән һуң, бында килеүсе кешеләрҙең һаны өс тапҡырға артҡан.

Рөстәм Хәмитов китапхананың электрон фонды (ул 12 мең электрон китапты һәм 30 мең журналды үҙ эсенә ала), мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн зал эшмәкәрлеге менән танышты. Бында китаптарҙың 30 проценты электрон төргә күсерелгән. Китапхана етәкселеге һүҙҙәренсә, фондтағы барлыҡ китаптарҙы электрон төргә күсереү өсөн яҡынса 10 йыл кәрәк буласаҡ.

— Башҡортостандың Милли китапханаһында миллионға яҡын китап һаҡлана һәм беҙ уларҙы сканер аша үткәреп, электрон төргә күсерергә уйлайбыҙ. Мёнджи университеты китапханаһының эшмәкәрлеге менән танышып, бының бөтә донъя китапханасыларының дөйөм бурысы булыуын күрәм, — тине Рөстәм Хәмитов.

Мәғариф, фән һәм технологиялар министры Ли Джу-хо менән осрашыу барышында һүҙ электрон белем биреү системаһын үҫтереү хаҡында барҙы.

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙә электрон белем биреү системаларын булдырыу буйынса эштең башланыуын билдәләне.

— Беҙ e-learning өлкәһендәге донъяуи тәжрибәне өйрәнә башланыҡ һәм был йүнәлеш буйынса Кореяның алдынғы позициялар биләүе хаҡында белдек. Корея халҡының 70 проценты һәр ваҡыт яңы белем алыу менән мәшғүл, тип һөйләнеләр беҙгә. Тәүҙә быға ышанманыҡ. Әммә хәҙер быны үҙебеҙ күрәбеҙ. Профессор Дэ Джун Хван (Кореяның Университет белеме биреү буйынса советының генераль секретары) менән электрон белем биреүҙе үҫтереү мәсьәләләре буйынса хеҙмәттәшлек итеү тураһына һөйләшеп килештек, — тине республика башлығы.

Ул электрон белем биреү системаһын үҫтереү мәсьәләһе буйынса Корея белгестәре менән килешеүгә ҡул ҡуйырға тәҡдим итте һәм республикала электрон университет булдырыу мәсьәләһен тикшереү маҡсатында уларҙы Башҡортостанға саҡырҙы.

Электрон белем биреү һәм электрон хөкүмәт технологияларын индереү мәсьәләләре буйынса килешеп эш итеү тураһындағы һөйләшеү Корея Республикаһының белем иҡтисады министры Суг-у Хон менән осрашыу барышында дауам итте. Осрашыуҙа машиналар эшләү, химия, радиоэлектроника һәм IT-технологиялар өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тикшерелде. Бынан тыш, был сәйәси сарала Кореяның Сауҙа-сәнәғәт палатаһында Башҡортостандың презентацияһын үткәреү тураһында һөйләшеп килешелде.

Шулай уҡ Башҡортостан делегацияһы Ханьян Кибер-университетында һәм Кореяның мәғариф һәм тикшеренеүҙәр өлкәһендәге мәғлүмәт хеҙмәтендә (KERIS) булды.

Ханьян Кибер-университеты – беренсе милли онлайн-университет, бөгөнгө көндә ситтән тороп белем биреү буйынса донъяның алдынғы университеттарының береһе булып тора. Ул 2002 йылда булдырылған. Әлеге ваҡытта бында 15 бүлектә 14 меңдән ашыу студент белем ала.

— «Самсунг электроникс» етәкселеге менән осрашыу һөҙөмтәләре буйынса ғинуарҙа электрон хөкүмәт кеүек йүнәлеш буйынса эш алып барыу өсөн Өфөгә компания белгестәренең килеүе тураһында һөйләшеп килештек. Әгәр ҙә «Самсунг электроникс» компанияһы белгестәре республиканың был йүнәлештәге мөмкинлектәренең ҙур булыуын аңлаһа, улар менән беҙҙең республикала бөтә Рәсәй һәм, бәлки, Үҙәк Азия илдәре өсөн бындай ҡорамалдар етештереү буйынса предприятие төҙөү мәсьәләһен тикшерәсәкбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.

Уның һүҙҙәренсә, Өфөгә февралдә электрон белем биреү системаһын формалаштырыу һәм үҫтереү, республикала электрон университет, махсус структуралар һәм белем биреү үҙәктәрен булдырыу буйынса белгестәр киләсәк.

Республика делегацияһы Көньяҡ Кореяға визиты барышында SMART-йәмғиәт, йәғни аҡыллы йәмғиәт идеяһын өйрәнде. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, «мәғлүмәт технологияларынан һуң, был цивилизация үҫеше буйынса киләһе баҫҡыс булып тора, һәм Корея бөгөнгө көндә уны әүҙем тормошҡа ашыра».

— Cyber Education (кибер-белем биреү) өлкәһендә Корея ҙур уңыштарға өлгәште. Илдә йәшәгән эшкә яраҡлы халыҡтың яҡынса 75 проценты йыл һайын интернет ярҙамында квалификацияһын күтәрә йәки яңы белем ала. Был илдә мәктәп уҡыусыларынан алып пенсионерҙарға тиклем – барыһы ла белем алыу менән мәшғүл. Көньяҡ Кореяның 200-ҙән ашыу университеты e-learning технологияларын ҡуллана, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.

— Электрон белем биреүҙең үҙенең технологиялары һәм нескәлектәре бар, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Инфраструктуранан тыш, закондар, методикалар, кадрҙар кәрәк. Беҙҙә инфраструктура менән эштәр яйлы, ә бына ҡалғандары буйынса эшләйһе бар әле. Был йәһәттән алдынғы илдәр менән тәжрибә уртаҡлашыу зарур, — тине Башҡортостан Президенты.