11 декабрь, Йәкшәмбе

21 декабрь 2012 йыл, 10:18

Республиканың Территориаль үҫеш агентлығы быйыл эшләй башлаясаҡ

автор: Эльвира Латипова

Төбәктә БР Территориаль үҫеш агентлығы булдырыла. «Башинформ» агентлығына БР Иҡтисади үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта һуңғы ойоштороу мәсьәләләре хәл ителә.

БР Иҡтисади үҫеш министрлығы башлығы Александр Марьин һүҙҙәренсә, йыл аҙағынаса яңы структура эшләй башлаясаҡ, төп штат Иҡтисади үҫеш министрлығы хеҙмәткәрҙәренән формалаштырыла.

БР Хөкүмәте менән раҫланған положениеға ярашлы, БР Территориаль үҫеш агентлығы республика башҡарма власть органы булып тора, ул төбәкте территориаль үҫтереү өлкәһендә идара итә, республиканы һәм уның айырым территорияларын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса оҙайлы сроклы пландар әҙерләй һәм уларҙың үтәлешенә контроллек итә.

Ведомство эшмәкәрлеге республика бюджеты средстволары иҫәбенә финансланасаҡ.