10 декабрь, Шәмбе

21 декабрь 2012 йыл, 9:37

Өфөлә «Кеше ғүмерен ҡотҡарған уникаль операция үткәргәне өсөн» Шамил Сафин наградланды

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Республика клиник дауаханаһының Махсус медицина ярҙамы һәм нейрохирургия үҙәге етәксеһе Шамил Сафин етәкселегендәге медицина хеҙмәткәрҙәре бригадаһы кеше ғүмерен ҡотҡарған уникаль операция үткәргәне өсөн «Ника» статуэткаһы менән наградланды.

Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының «Иң яҡшы белгес-2012» конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы һәм 2012 йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһау М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтте.

— Үтеп барған йыл Республика клиник дауаханаһы коллективы өсөн еңел булманы, — тип билдәләне дауахананың баш табибы Ринат Нагаев. – Яңыртыу программаһы тормошҡа ашырылды, юғары технологиялар индерелде. Матди-техник базаны ярайһы уҡ нығыттыҡ, 120 урынға иҫәпләнгән акушер-гинекология корпусын төҙөү дауам ителә. 2013 йылдың йәйенә бүлек тәүге пациенттарын ҡабул итер, тип уйлайбыҙ.

Ринат Нагаев билдәләүенсә, медицина хеҙмәткәрҙәренең юғары квалификациялы булыуы һәм дауаханала һуңғы йылдарҙа урынлаштырылған яңы ҡорамалдар ярҙамында Башҡортостан табиптары Европаның иң яҡшы клиникалары кимәлендә сирлеләрҙе дауалай ала.

темалар: наградлауҙар