3 декабрь, Шәмбе

20 декабрь 2012 йыл, 17:55

Башҡортостандың социаль туризмы Санкт-Петербургта үткән кәңәшмәлә тәҡдим ителде

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостанда социаль туризмды үҫтереү тәжрибәһе 18 декабрҙә Санкт-Петербургта үткән оло йәштәге кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә тәҡдим ителде. Кәңәшмәне РФ Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев алып барҙы.

Был сәйәси сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова һәм республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ла ҡатнашты.

Оло йәштәге кешеләр өсөн туризм ойоштороу идеяһын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2010 йылдың октябрендә Рәсәй Президенты менән осрашыу барышында әйтеп ишеттергәйне.

— Социаль туризм программаһын 2011 йылда тормошҡа ашыра башланыҡ. Үҙебеҙҙең алға пенсионерҙарҙың, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының, шулай уҡ инвалидтарҙың тормошон ҡыҙыҡлыраҡ итеү, төрлө саралар менән байытыу маҡсатын ҡуйҙыҡ, — тип һөйләне вице-премьер Лилиә Ғүмәрова. – Республика программаһы әҙерләнде һәм раҫланды. Унда пенсия йәшендәге һәр кеше, һәр инвалид ҡатнаша ала.

Республикала социаль туризм әүҙем үҫтерелә. Былтыр программала 3 меңгә яҡын кеше ҡатнашһа, быйыл уларҙың һаны алты меңдән ашты. Социаль тур маршрутын һәр гражданин үҙе һайлай.

Быйыл программаны республика бюджеты средствлары иҫәбенә финанслауҙың дөйөм күләме ике тапҡырға артты: былтыр ул 36,9 миллион һум тәшкил итһә, ағымдағы йылда был һан 70 миллион һумға етте. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, программала ҡатнашыусы путевка хаҡының бер өлөшөн генә түләй. Дәүләт республика буйлап турҙар хаҡының – 70 процентын, Рәсәй буйлап – 50 процентын һәм сит илдәргә турҙар хаҡының 30 процентын түләй.

Республика төбәктәрҙә яңы экскурсия маршруттарын булдырыу башланғысы менән сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Бынан тыш, оло йәштәге кешеләргә ярҙам итеү буйынса проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырған Рәсәй субъекттары өсөн федераль грант булдырыу тәҡдиме әйтеп ишеттерелде.