Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Йәрмәкәй районында йәшәүсе етем бала Яңы йылды үҙ фатирында ҡаршы аласаҡ

Йәмғиәт

Суд приставтары хеҙмәткәрҙәре ярҙамында Йәрмәкәй районында йәшәүсе етем бала Яңы йылды үҙ фатирында ҡаршы аласаҡ. Яңыраҡ Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Йәрмәкәй район суд приставтары бүлегенә суд ҡарары йүнәлтелгән. Уға ярашлы, урындағы хакимиәт 19 йәшлек етем өсөн фатир бүлергә тейеш.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, чиновниктар суд ҡарарын ваҡытында үтәгән: декабрь башында уҡ егет ике бүлмәле фатирҙан асҡыс алған.

«Торлаҡ алырға ярҙам иткәндәре өсөн Йәрмәкәй район суд приставтары бүлеге хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтемде белдерәм», — тине өй туйлаусы егет. Уның һүҙҙәренсә, закон кешеләренең намыҫлы хеҙмәте дәүләттең етем балаларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмауын иҫбатлай, һәм ул быға бик шат.

Бөгөнгө көндә егет һөнәри техник училищела белем ала. Тиҙҙән ул ашнаҡсы буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть