10 декабрь, Шәмбе

20 декабрь 2012 йыл, 13:12

Өфөлә Мәскәү күсмә дельфинарийы асылды

автор: Любовь Колоколова

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә Европала иң ҙур һаналған күсмә аквакомплекс – Мәскәү күсмә дельфинарийы асылды.

Дельфинарий «артистары» — ике дельфин, ике диңгеҙ бесәйе һәм аҡ кит төрлө һөнәрҙәргә эйә. Мәҫәлән, дельфиндар скейтбордта йөрөй белә, улар хатта йырлай ҙа. Гоша исемле кит тамашасылар менән волейбол уйнай, ә диңгеҙ бесәйҙәре рок-н-ролл һәм брейк-данс бейей белә.

Тренерҙар Антон Лобанов һәм Антон Демин һүҙҙәренсә, бассейнда айырыуса мөхит булдырыла, ундағы температура һәр саҡ плюс 17 градус кимәлендә һаҡлана.

Мәскәү дельфинарийы Өфөлә мартҡа тиклем эшләйәсәк, тип хәбәр иттеләр ойоштороусылар. Өс йәшкә тиклемге балалар өсөн инеү бушлай.

темалар: дельфинарий