Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Бөгөн Владимир Путиндың ҙур матбуғат конференцияһы үтәсәк

Сәйәсәт

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың бөгөнгө ҙур матбуғат конференцияһы тәүгә Кремлдә түгел, ә Халыҡ-ара сауҙа үҙәгендә үтәсәк, тип хәбәр иттеләр ил башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Кремль сайтында (www.kremlin.ru) матбуғат конференцияһына аккредитацияланған журналистар исемлеге урынлаштырылған. Сараны Рәсәйҙән 1040 журналист һәм сит илдәрҙән 186 киң мәғлүмәт саралары вәкиле яҡтыртасаҡ, тип көтөлә. «Башинформ» агентлығы исеменән унда сәйәсәт бүлеге мөдире Ғәлиә Нәбиева сығыш яһай.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2008 йылдың февралендә Владимир Путин журналистар менән аралашыу буйынса шәхси рекорд ҡуйғайны – ул ваҡытта уның матбуғат конференцияһы 4 сәғәт 40 минут дауам итте. Рәсәй Президентының ҙур матбуғат конференцияһы Мәскәү ваҡыты менән 12 сәғәттә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть