8 декабрь, Кесе йома

20 декабрь 2012 йыл, 12:25

Башҡортостанда һалым керемдәре яҡынса туғыҙ процентҡа артҡан

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостанда ғинуар-ноябрь айҙарында бөтә кимәлдәрҙәге бюджеттарға берҙәм социаль һалымды иҫәпкә алмайынса 194181 миллион һум һалым һәм башҡа түләүҙәр ингән. Үткән йылдағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда керемдәр 8,7 процентҡа, йәғни 15478 миллион һумға артҡан.

Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса Идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, федераль бюджетҡа сумманың 42,8 проценты – 83094 миллион һум күсерелгән. Йыл эсендә күрһәткес 5,3 процентҡа (4174 миллион һумға) артҡан. Территориаль бюджетҡа 57,2 процент – 111087 миллион һум ингән (плюс 11,3 процент, йәғни 11304 миллион һум).

Башҡортостандың тупланма бюджетына 84284 миллион һум күсерелгән (үҫеш — 8%). Уларҙан республика бюджетына – 66610 миллион һум, йәғни керемдәрҙең 79 проценты (үҫеш – 7,6%), муниципаль райондар һәм ҡала округтары бюджеттарына 17675 миллион һум (плюс 9,6%) күсерелгән.

Барлыҡ керемдәрҙең 26,3 проценты – файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалымға, 22,1 проценты – акциздарға, 17,1 проценты – табышҡа һалымға, 16,8 проценты – физик шәхестәрҙең табыштарына һалымға, 8,7 проценты – өҫтәлгән хаҡҡа һалымға, 5,6 проценты мөлкәткә һалымға тура килә. Һанап үтелгән һалымдар барлыҡ керемдәрҙең 97 процентын тәшкил итә.